Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
9 Октябрь 2019, 11:31

7-се балалар баҡсаһында шаулап-гөрләп йәрминкә үтте

Республика көнө алдынан ҡала-районыбыҙҙа бихисап байрам саралары уҙа. Һәр ойошма-учреждение үҙ өлөшөн индерә. Мәҫәлән, кисә "Ҡыҙыл башлыҡ" тип аталған 7-се балалар баҡсаһында шаулап-гөрләп йәрминкә үтте.

Ата-әсәләр, тәрбиәселәр көсө менән ойошоролған көҙгө муллыҡ сараһы бик күңелле килеп сыҡты. Нимә генә юҡ ине бында! Булмаһа, моғайын, күгәрсен һөтө генә булмағандыр. Йәшелсә-емеш, ҡайнатмалар, бихисап ҡамыр аштары, оҫта ҡулдар эшләгән әйберҙәр - барыһы ла йәрминкәгә айырым матурлыҡ, йәм өҫтәне. Был саранан бигерәк тә балалар ҡәнәғәт ҡалды, сөнки әсәйҙәр сауҙалашҡан арала улар тәмлекәстәрҙән ауыҙ итеп тә, рәхәтләнеп уйнап та өлгөрҙө.
Читайте нас: