Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
9 Октябрь 2019, 18:43

Тырыштарға - дәүләт наградалары

Башҡортостан халҡы Республика көнөн билдәләне. Хәтерегеҙҙәлер, башта Башҡортостандың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителгән көндө Суверенитет көнө булараҡ байрам итә торғайныҡ, ә һуңғы йылдарҙа иһә ул Республика көнөнә әүерелде. Был байрамды төбәгебеҙ тор¬мошондағы, уның яҙмышындағы иң әһә¬миәтле көн тип ҡабул итәбеҙ.

Башҡортостан халҡы Республика көнөн билдәләне. Хәтерегеҙҙәлер, башта Башҡортостандың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителгән көндө Суверенитет көнө булараҡ байрам итә торғайныҡ, ә һуңғы йылдарҙа иһә ул Республика көнөнә әүерелде. Был байрамды төбәгебеҙ тор­мошондағы, уның яҙмышындағы иң әһә­миәтле көн тип ҡабул итәбеҙ.
Әлбиттә, республикабыҙҙың алтын фонды – уның һоҡланғыс, талантлы һәм эшһөйәр халҡы. Республика көнө алдынан, төбәгебеҙ мәнфәғәтендә ал-ял белмәй тырышып эшләгән алдынғы хеҙмәт кешеләрен тәбрикләү матур традицияға әйләнде. Был көндө 50 кешене тәбрикләнеләр. Улар араһында төрлө өлкәләрҙән хеҙмәт алдынғылары, ветерандар бар ине. Сарала райондың үҫешенә тос өлөш индергән бер төркөм яҡташыбыҙ Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан юбилей миҙалдары менән бүләкләнде.
- Республиканың, ҡала-районыбыҙҙың яҡты киләсәге мәнфәғәтендә намыҫлы хеҙмәт итеүегеҙ, эшегеҙгә яуаплы ҡарауығыҙ, үҙ илегеҙҙең ысын илһөйәрҙәре булыуығыҙ, Ватаныбыҙға тоғро мөнәсәбәттә ҡалыуығыҙ менән һеҙ киләсәк быуынға өлгө күрһәтәһегеҙ. Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, - тине район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов тәбрикләнеүселәрҙе ҡотлап.
Район хакимиәтенең Хөрмәт грамоталары менән “Кольцо Урала” коммерция банкы филиалы идарасыһы Ирма Емельянова, Учалы психоневрология интернаты шеф-ашнаҡсыһы Фәйрүзә Лопата һәм коллегабыҙ Учалы мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәре Зилә Исламова бүләкләнде. Тырыш, һәр эште еренә еткереп башҡарған Зилә Фәтих ҡыҙын лайыҡлы наградаһы менән ҡотлайбыҙ, артабан да эшендә уңыштар теләйбеҙ.
Байрам ҡунағы БР Башлығы хакимиәте вәкиле Сергей Путенихин урындағы үҙидаралыҡ органдарында оҙайлы йылдар фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Фазила Шәймәрҙәноваға Республика Башлығы хакимиәтенең Хөрмәт грамотаһын тапшырҙы. Фазила Әмин ҡыҙы туғыҙ йыл даумында Ҡунаҡбай ауыл Советын етәкләне.
Район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлегенең баш белгесе Альбина Камаева һәм ҡала ултырағының йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Эльвира Фәйзуллина БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Хөрмәт грамоталарын алды.
Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан юбилей миҙалдары менән наградланыусылар араһында ғүмер буйы кешеләрҙең сәләмәтлеге һағында тороусы аҡ халатлыларыбыҙ Екатерина Ғәлиуллина, Валентина Веденева, Фәриҙә Ҡорамшина, Райхана Моратаева, Дилә Мөхәмәтова, Анна Олина, Мәрфуға Шаһивәлиева, мәҙәниәт ветерандары Нәғим Аллаяров, Ринат Жамалов, Ғаяз Ибраһимов, Ғәрифә Кудрявая, Фәнит Шаһиев, Фәнил Ҡужаҡов, яҙыусыларыбыҙ Шәүлиә Зөлҡәрнәйева, Спартак Ильясов, Рәүеф Шаһиев, Мәүлит Ямалетдинов һәм башҡалар бар ине. Әйткәндәй, Мәүлит Байгилде улына ижади эшмәкәрлеге өсөн “Халыҡ сәсәне” исеме бирелеүе тураһында БР Мәҙәниәт министрлығының дипломы тапшырылды.
Тағы бер ҡыуаныслы ваҡиға, йәш ғаиләләр Илгизә Яхина, Гөлшат Сәитғәлина һәм Дарья Захаровалар икенсе һәм өсөнсө балалары тыуыу сәбәпле, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификаттар алып ҡыуанды. Ҡотлайбыҙ!
Әлиә ДАУЫТОВА.
Читайте нас: