Яйыҡ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
10 Октябрь 2019, 12:25

Аҡса юҡ, "клиент үлгән"

Күршелә генә ятҡан Белорет ҡалаһында йәшәүсе 90 йәшлек Виктор Тимофеевтың банкта ятҡан 300 мең һум аҡсаһы юғалған, сөнки "клиент үлгән" .

Күршелә генә ятҡан Белорет ҡалаһында йәшәүсе 90 йәшлек Виктор Тимофеевтың банкта ятҡан 300 мең һум аҡсаһы юғалған. Пенсионерҙың ҡайҙан шундай ҙур аҡсаһы булһын тиерһегеҙ, баҡтиһәң тыл эшсәне бер нисә йыл элек фатирын һатып шунан килгән килемде банкка “күҙ-ҡолаҡ” булһындар, тип һалып ҡуйған (өйҙә һаҡлауы хәҙерге көндә бик хәүефле бит). Оло кеше ай һайын иҫәбен тикшереп торған. Былтыр ул банкка иҫәптән күсермә эшләтергә килгән, ә уға аҡсағыҙ юҡ, тип яуаплағандар. Сөнки “клиент үлгән”.

Быны банк шулай тип аңлатҡан, ҡасандыр улар гәзиттә ветерандың аҙашына арналған некролог баҫылғанын күргән һәм уның иҫәбен ябырға мөмкин тип хәл иткән. Аҡса ғайҙа икәнен бер кем белмәй.

Ҡарт ветеран ике йыл рәттән Белорет менән Силәбе юлын тапай, сөнки банктың төп офисы Силәбелә урынлашҡан. Егермегә яҡын ултырыш үткәрелгән, ләкин һөҙөмтә юҡ. Силәбе өлкәһенән Дәүләт Думаһы депутаты Анатолий Литовченко уға ярҙам итергә теләк белдергән. Ул ғәҙеллеккә өлгәшеү өсөн Эске эштәр министрлығына һәм прокуратураға һорауҙар ебәргән. Бына, йәмәғәт, шулай ҙа була икән!


Читайте нас: