Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
11 Октябрь 2019, 13:26

Ялға түгел эшләргә

Республика Башлығы чиновниктарҙың туризмына сик ҡуйырға бойорҙо. Эш сәфәре менән барып, бер һөҙөмтәһеҙ ҡайтҡандарҙы республика Башлығы ябай туристарға тиңләне.

Республика Башлығы чиновниктарҙың туризмына сик ҡуйырға бойорҙо.


"Төбәк өсөн йылына 300 сара яҡшы, әйҙәгеҙ, ошо эш менән шөғөлләнәйек. Беҙ алдағы йылдарҙа эске сараларҙа ла, үҙебеҙҙә лә, шулай уҡ сит илдә лә Башҡортостанды танытыу буйынса ныҡлап эшләргә килештек. Тик чиновниктарҙың сәфәрҙәрен ваҡиғалы туризмға әйләндерергә тейеш түгелбеҙ. Миңә ул бөтөнләй кәрәкмәй, миңә эш мөһим. Яңылышыуым да бар, әммә алға ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеү яғындамын. Мәҫәлән, Австрияны алдыҡ икән, әйҙә, уның буйынса ныҡлап эшләгеҙ. Ниндәйҙер эшмәкәрҙәрҙең Ҡаһирәгә, Дохҡа, Ҡытайға ниңә барғанын аңламайым", – тине Радий Фәрит улы "Инвестиция сәғәте"ндә.


Эш сәфәре менән барып, бер һөҙөмтәһеҙ ҡайтҡандарҙы республика Башлығы ябай туристарға тиңләне.


"Миңә бында туристар кәрәкмәй. Шуға ла был эшкә Эксперт идаралығы тотоноп, беҙҙең ҡайҙа барғанға һәм нимә алып ҡайтҡанға баһа бирһен", – тип Радий Хәбиров һәм Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякинға ошо эште үтәргә ҡушты.


Шулай уҡ хәҙер һәр етәксегә сәфәрҙәре буйынса отчет биреүҙе күҙ уңында тотҡан регламент индерелә. Уға теләгән ваҡытта әйләнеп ҡайтыу мөмкин булһын өсөн махсус программа индереләсәк. Йәғни, хәҙер дәүләт хеҙмәтендә булғандар эш сәфәре буйынса барып ҡайтҡандан һуң республика Башлығына яҙма рәүештә күпме осрашыу уҙғарғаны, нисә килешеү төҙөгәне хаҡында доклад тапшырасаҡ.


"Чиновниктарҙың дөйөм үҫеше мине, әлбиттә, борсой, әммә эш беренсе урында тора. Шуға ла регламент индерегеҙ, бының өсөн һеҙгә ай ваҡыт бирәм", – тип күрһәтмә бирҙе Радий Хәбиров, шулай уҡ Веналағы вәкиллектең эше буйынса ла отчет һораны.


Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдиновтың Анкараға эш сәфәрен ыңғай баһаланы. Мәғлүм булыуынса, ул Төркиәгә барғанда Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышын үҫтереү буйынса биш инвестор менән килешеү төҙөүгә өлгәште.


Ғөмүмән, киләсәктә министрҙар, министр урынбаҫарҙары, департамент етәкселәре һәм башҡа дәүләт эшмәкәрҙәре сит илгә сыҡҡан командировкаларҙан республикаға файҙа килтерерлек бурыстарҙы атҡарып ҡайтасаҡ.
Читайте нас: