Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының хайуандар донъяһын яҡлау һәм файҙаланыу буйынса Белорет хеҙмәте һәм Рәсәй эске эштәр министрлығының Учалы районындағы иҡтисад енәйәттәре буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре "Урал-тау" дәүләт тәбиғәт заказнигы биләмәһендә ике квадроциклды туҡтата. Улар районда йәшәгән кеше һәм Яңы Уренгойҙан килгән ҡунаҡ идара иткән техниканы ҡарағанда мышы итен табалар.
Шулай уҡ мышыны рөхсәтһеҙ аулау буйынса икенсе осраҡ Балаҡатай районындағы һунар биләмәһендә теркәлгән.
"Учалы һәм Балаҡатай райондарындағы рөхсәтһеҙ һунар итеү буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылды, һунарсылыҡ сығанаҡтарына ҙур зыян килтерелде", – тине Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының хайуандар донъяһын яҡлау һәм күҙәтеү бүлеге начальнигы урынбаҫары Глеб Егоров.