Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
14 Октябрь 2019, 18:57

Рөхсәтһеҙ араҡы индерергә маташҡандар

Учалы ҡалаһында тағы бер тапҡыр рөхсәтһеҙ алкоголь продукцияһы индерергә маташыусыларҙы тоттолар.

Учалы ҡалаһында тағы бер тапҡыр рөхсәтһеҙ алкоголь продукцияһы индерергә маташыусыларҙы тоттолар. Учалы районының эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре рейд барышында «Тойота» автомобилен туҡтата һәм уның артына тағылған прицебында 74 ҡумтала 740 литр күләмдә РФ маркалары менән акцизланмаған спиртлы эсемлектәр барлығын асыҡлай. Продукцияның оҙатыу документтары ла булмай сыға. Эштең материалдары артабан судҡа ебәреләсәк. Эске эштәр бүлеге хәбәр итә, әгәр төбәгебеҙҙә законһыҙ спиртлы эсемлектәр менән һатыу итеүселәр тураһында ниндәйҙер мәғлүмәттәр белһәгеҙ, 2-08-68 телефоны буйынса иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш бүлегенә хәбәр итеүегеҙ һорала, анонимлыҡ гарантиялана.
Читайте нас: