Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
14 Октябрь 2019, 15:30

Японияла көслө тайфун

Уҙған шәмбе Япония өҫтөнән «Хагибис» тигән көслө тайфун үткән. Өйҙәрҙең ҡыйыҡтарын осорған, һыу баҫҡан, кешеләрҙе ағыҙып алып киткән. Тайфунда 33 кеше һәләк булған, 19 кеше хәбәрһеҙ юғалған, 180-е төрлө тән йәрәхәте алған

Уҙған шәмбе Япония өҫтөнән «Хагибис» тигән көслө тайфун үткән. Өйҙәрҙең ҡыйыҡтарын осорған, һыу баҫҡан, кешеләрҙе ағыҙып алып киткән.


Ел сәғәтенә 225 саҡрым менән иҫкән. Һуңғы ярты быуат эсендә иң көслө һаналған тайфунда 33 кеше һәләк булғанн, 19 кеше хәбәрһеҙ юғалған, 180-е төрлө тән йәрәхәте алған.

Әйткәндәй, ошоға оҡшаш хәл 1958 йылда теркәлгән булған – унда «Каногава» тигәне 1200 кешенең ғүмерен алып киткән.

Хәүеф тураһында алдан хәбәр ителгән, халыҡ әҙер торған, шуға ҡарамҫтан зыян күреүселәр бихисап. Рәсәй Президенты Владимир Путин Япония Премьер-министры Синдзо Абэға ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһы ебәрҙе. Мәскәү Японияға ярҙам күрһәтергә әҙер.
Читайте нас: