Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
15 Октябрь 2019, 13:00

Баҫыуҙарҙа "кировецтар" йөрөйәсәк

Республикаға йылына 100-120 дана “Кировец” тракторҙары һатып алыу күҙаллана.

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә үткән халыҡ-ара агросәнәғәт форумында Башҡортостан вәкиллеге яңы килешеү төҙөнө. Киләһе йылдан баҫыуҙарыбыҙҙы "Кировец" тракторҙары хеҙмәтләндерәсәк.
Мәскәүҙә төҙөлгән килешеү буйынса, Башҡортостандағы ауыл хужалығы техникаһы сервис хеҙмәтләндереү менән тәьмин ителәсәк.
Республикаға йылына 100-120 дана “Кировец” һатып алыу күҙаллана. Федераль һәм урындағы бюджеттар ярҙамында тракторҙарҙы 20 процент ташлама менән алыу мөмкинлеге буласаҡ.
#национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: