Яйыҡ
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
15 Октябрь 2019, 10:51

Ирекмәндәр ярҙам итергә әҙер

14 октябрҙән Башҡортостанда федераль телевизион каналдарҙың аналог тапшырыуҙары туҡтатылды. Телевидениеһыҙ ҡалмаҫ өсөн һанлы сигналға көйләнергә кәрәк.

14 октябрҙән Башҡортостанда федераль телевизион каналдарҙың аналог тапшырыуҙары туҡтатылды. Телевидениеһыҙ ҡалмаҫ өсөн һанлы сигналға көйләнергә кәрәк.

Районыбыҙҙа ла һанлы телевидениеға күсеү әүҙем бара. Был эштә халыҡҡа һәр яҡлап ярҙам итеү ҡаралған. С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт һәм тау сәнәғәте колледждары студенттарынан торған ирекмәндәр махсус курстар үтеп, һанлы телевидениены нисек итеп көйләүгә өйрәнгәндәр.

Улар һанлы эфирға тоташтырыуҙа ғына түгел, ә ҡорамалдарҙы дөрөҫ һайлау буйынса ла булышасаҡ. Һанлы телевидениеға күсеү буйынса теге йәки был ярҙам кәрәк булһа район хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә була.

Мутлашыусыларҙан һаҡланыу өсөн мәғлүмәт тә урынлы булыр: һанлы телевидение буйынса «Ҡыҙыу линия»ға мөрәжәғәт иткәс, йәки район хакимиәтенә ярҙам кәрәклеге тураһында мәғлүмәт ҡалдырғас ҡына ирекмәндәр йортоғоҙға, йә фатирығыҙға киләсәк. Шуны ныҡлап аңлағыҙ.

Ирекмәндәр икәү булһа ғәжәпләнмәгеҙ: был уларҙың хәүефһеҙлеге өсөн кәрәк, үҙҙәре менән бейдждары булырға тейеш, таныштырырҙар.

Әйткәндәй, ирекмәндәрҙең һеҙҙән үҙ ярҙамы өсөн, мәҫәлән, ҡорамалдарҙы яйлау һәм тоташтырыу, йә етмәй ҡалған шнурҙы һатып алыу өсөн аҡса талап итеү хоҡуғы юҡ. Әгәр ҙә ҡорамалды тоташтырыу өсөн нимәлер етмәй икән, улар һеҙгә ярҙам күрһәтә алмаясаҡ. Башҡортостанда һанлы телевидениеға күсеүгә «Рәсәй телевизион һәм радио тапшырыуҙар селтәре» филиалы яуап бирә, иҫегеҙҙә тотоғоҙ!

Консультацион үҙәк белгестәре һанлы телевидениеға нисек дөрөҫ тоташыу кәрәклеге тураһындағы һорауҙарға 8-800-220-20-02 буйынса яуап бирәсәк. Башҡортостан буйынса барыһы дүрт меңгә яҡын ирекмән был эшкә йәлеп ителгән, тип хәбәр ителә.

Читайте нас: