Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
15 Октябрь 2019, 12:02

СНИЛС ҡайҙа була?

1 октябр:ән СНИЛС урынына “Шәхси иҫәпкә алыу системаһында теркәлеү тураһында белдереү ҡағыҙы бирә башланылар.

1 октябрҙән илдә ғәҙәти СНИЛС урынына уның электрон вариантын бирә башланылар.

Документтың яңы форматы «Шәхси иҫәп системаһында теркәү тураһында белдереү ҡағыҙы» тип атала. Ул ғәҙәти СНИЛС-ты алмаштыра. Яңы электрон белдереү ҡағыҙы системала беренсе тапҡыр теркәлгәндәргә, шулай уҡ документын юғалтҡан йәки фамилияһын алмаштырғандарға бирелә. Әлеге ваҡытта карточканы теләк буйынса алмаштырырға мөмкин, элекке СНИЛС үҙ көсөндә ҡала.

Электрон вариантты Пенсия фонды сайтында йәки дәүләт хеҙмәттәре порталында алырға мөмкин. Ҡағыҙ өлгөнө алыу өсөн дә Рәсәй Пенсия фондының территориаль бүлексәһенә йәки күп функциялы үҙәк офисына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Үҙгәрештәр пенсия тәьминәтендә бер нисек тә сағылыш тапмаясаҡ.

Башинформ.
Читайте нас: