Янғын йәһәтенән хәүефле осор башланды. Статистиканан күренеүенсә, был осорҙа янғындарҙың күпселеге нәҡ торлаҡ секторында була.
Янғын сығыу осраҡтары, уларҙа кешеләрҙең һәләк булыуы һәм йәрәхәтләнеүе һаман да кәмемәй. Ут сығыуҙың төп сәбәптәре - янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау. Йортоңдоң янып китеүе, һарай, гараж, мунсаңда ут сығыуы - һәр саҡ ҙур фажиғә, айырыуса, ул кеше ғүмерен алып китһә. Әммә үҙебеҙ һаман да хәүефһеҙлек сараларын күрергә ашыҡмайбыҙ.
Ошо көндәрҙә районыбыҙға эш сәфәре менән БР-ҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр бу-йынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Морат Задин килеп ҡайтты.
- Һуңғы йылдарҙа янғындарҙа һәләк булыусылар һаны артҡандан арта ғына бара. Ағымдағы йылда ун кеше һәләк булды. Уҙған аҙнала ғына Иглин районында өс кеше янып үлде. Ошо маҡсаттан йорттарға ут сығыуҙы иҫкәртеүсе ҡорамалдар ҡуйыу мөһим. Ул төтөн еҫенә көслө тауыш бирә һәм янғынды тиҙ арала һүндерергә мөмкин.
2016 йылдан алып махсус программаға ярашлы, йорттарға янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалдар ҡуйыу айырым иғтибарҙа тора. Һуңғы өс йыл эсендә генә ошо ҡорамалдар арҡаһында 290 кешенең, шул иҫәптән 126 баланың ғүмере һаҡлап алып ҡалынды. Ҡорамал аҙ тәьмин ителгән күп балалы, социаль яҡтан хәүеф тыуҙырған һәм 2018 йылдың 1 ғинуарынан алып сабыйҙары тыуған ғаиләләргә бушлай таратыла. Бынан тыш, 26 сентябрҙән республика етәкселеге ҡарарына ярашлы, яңғыҙ йәшәгән 55 йәште үткән оло йәштәгеләргә лә бирелә башланы, - тине Морат Задин.
Автономлы янғын иҫкәрткесе - кешеләрҙе янғында һәләк булыуҙан ҡотҡарыусы һөҙөмтәле сараларҙың береһе. Был яйланма түшәмгә беркетелә төтөн сыға башлау менән, утты үҙ аллы һүндереү мөмкин булған стадияла кешеләрҙе иҫкәртә. Автономлы янғын иҫкәрткестәре махсус сигнализация линияһы һалыу-ҙы һәм өҫтәмә ҡорамалдар ҡулланыуҙы талап итмәй. Кәм тигәндә йылына бер тапҡыр батареяларын алмаштырырға кәрәк. Һәм даими рәүештә, кәм тигәндә ярты йыл һайын, туҙандан эшләп китмәһен өсөн, һүтеп алып, камераһын саң һурҙырғыс менән таҙартырға кәңәш ителә.
Янғын иҫкәрткестәрен ҡулланыу ыңғай һөҙөмтә бирә. Мәҫәлән, июнь айында Ахун ауылында өйҙөң ҡыйығы һәм верандаһы янып китә. Был ваҡытта өйҙә 12 һәм 13 йәшлек ике бала була һәм улар сигналды ишетеп, йорт эргәһендә йөрөгән аталары янына йүгереп сығалар. Ғаилә башлығы ут һүндереүселәрҙе саҡырып, янғын ваҡытында туҡтатыла. Махсус яйланма арҡаһында бер кем дә зыян күрмәй, Аллаһҡа шөкөр.
Өйҙә прибор былтыр ишле ғаиләләр өсөн бойомға ашырылған программа буйынса ҡуйылған булған.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса махсус комиссия ағзалары Өргөн ауылына барып яңғыҙ йәшәгән Мәстүрә Усманова йортона ла янғын иҫкәрткесен беркетеп китте.
- Йортома янғын сигнализацияһы ҡуйыуҙарына рәх-мәтлемен. Юғиһә, яңғыҙым ғына донъя көтәм, өйҙө бер түгел, ике мейес яғып йылытырға тура килә, - ти Мәстүрә Хәкимйән ҡыҙы.
Көндәр һалҡынайтыу менән күптәр мейес яға һәм электр йылытҡыстарын файҙалана башлай. Йыш ҡына янғындар мейесте артыҡ ныҡ яғыуҙан, унда ярылған урындар булыуҙан, ут тоҡандырыу өсөн тиҙ ҡабынып китеүсе шыйыҡсалар ҡулланыуҙан, иҙәнгә утлы күмер төшөү һөҙөмтәһендә килеп сыға. Шулай уҡ янып торған мейесте ҡарауһыҙ ҡалдырыу осраҡтары ла йыш күҙәтелә. Айырыуса ҡаты һыуыҡтарҙа мейесте көнө буйына яғыусылар бар, һөҙөмтәлә мейес ныҡ ҡыҙа, әгәр ҙә ағас стенаға йәки мебелгә тейеп тора икән, янғын сығыу ҡурҡынысы бар.
-Мейесте яҡҡанда хәүефһеҙлек йәһәтенән түбәндәге талаптарҙы иҫтә тоторға кәрәк: мейес һәм башҡа йылытыу ҡорамалдары янында янғынға ҡаршы бүлемдәр, шулай уҡ мейес алдында ағас иҙәндә 0,5х0,7 м ҙурлыҡта тимер киҫәге булырға тейеш. Мейес янында һәм уның өҫтөндә тиҙ тоҡанып китеүсе әйбер һәм материалдар һаҡларға, кер киптерергә ярамай, - тигән кәңәштәрен еткерҙе Учалы районы хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комитеты рәйесе Дмитрий Науменко әңгәмәләшкәндә.
Янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал һәр йортта, һәр бүлмәлә мотлаҡ булырға тейеш, тип иҫәпләйбеҙ. Төтөн сыҡҡан осраҡта уның көслө тауышы йоҡлап ятҡан һәр кемде уятыуға һәләтле. Тап шуның арҡаһында һуңғы ваҡытта күпме кешенең ғүмере ҡотҡарып ҡалыныуы хаҡында гәзит биттәрендә йыш яҙабыҙ. Үҙенең, балаларының, яҡындарының һаулығын һәм ғүмерен ҡәҙерләгән һәр кем йортонда был һаҡланыу сараһын булырға тейеш.