Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
16 Октябрь 2019, 13:45

Кәбәндәр янған

Һуңғы ике аҙна эсендә Учалы районының Ураҙ һәм Наурыҙ ауылдарында кәбән яныу осраҡтары теркәлгән.

Көҙ айҙарында кәбәндәрҙең, бесән өйөлгән аҙбарҙарҙың янып китеүе ауылдарҙа йыл һайын күҙәтелә тиерлек. Ете ҡат тиреңде, аҡсаңды сығарып эшләгән бесәнең күҙ асып йомған арала көлгә әйләнһә, бик аяныслы. Етмәһә, быйыл һауа торошо ла яҡшылап бесән эшләргә форсат бирмәне. Хуш еҫле аҙыҡтың һәр йөгө иҫәптә, тигәндәй. Һуңғы ике аҙна эсендә Учалы районының Ураҙ һәм Наурыҙ ауылдарында кәбән яныу осраҡтары теркәлгән. Янғындың сәбәбе – бесәнде килтергәндә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен дөрөҫ үтәмәү. Шулай уҡ кәбәндәрҙе ныҡ бейек итеп һалырға ла ярамай икән (4,5 метр бейеклектә булырға тейеш), сөнки ташығанда электр линияһына тейеүе ихтимал. Янғын һағы хеҙмәткәрҙәре бесәнде осҡон һүндереү механизмы һәм янғынға ҡаршы саралары булған техника менән генә ташырға кәңәш итә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп сыға ҡалһа, 20-112 телефонына Учалы районының Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә шылтыратырға, йәиһә берҙәм 112 һандары буйынса ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратырға кәрәк.
Читайте нас: