Был тарихи шәхескә Рәсәйҙәге беренсе һәйкәл Ҡалмыҡстандың Яшкуль районындағы Привольный ҡасабаһында асылды. ТАСС агентлығы хәбәр итеүенсә, уны ике йыл буйы төҙөгәндәр, композицияның нигеҙе итеп тарихи ваҡиға алынған.
– Скульптура ансамбленә Сыңғыҙхандың дүрт метр бейеклегендәге һыны инә, уны дүрт яугир күтәреп тора, артында – дүрт монгол ҡәбиләһен һынландырған әләмдәр. Һәйкәлдең нигеҙендә ошо хәрби юлбашсының йәшәгән йылдары соҡоп яҙылған. Тиҙҙән уның тирә-яғын да төҙөкләндерергә, яҡтылыҡ эшләргә вәғәҙә итәләр.