Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
17 Октябрь 2019, 11:18

15 йәшлек ҡыҙҙы көсләгән

Өфөлә бер ир 2 йыл буйына һөйгәненең 15 йәшлек ҡыҙын көсләгән

Өфөлә бер ир 2 йыл буйына һөйгәненең 15 йәшлек ҡыҙын көсләгән


Был хаҡта уҡыусы ҡыҙ Исломеддин исемле егет менән осраша башлағас ҡына билдәле булған. Бер көндө уға 2 йыл инде үҙен үгәй атаһы көсләүе хаҡында һөйләгән. Егет шунда уҡ ҡыҙҙың әсәһенә еткергән һәм полицияға мөрәжәғәт итергә ҡушҡан.


Уҡыусы ҡыҙ был турала бер кемгә лә әйтмәгән, сөнки үгәй атаһы уға янаған. Ир Тажикстандан килгән, бында легаль эшләй, ә бына ҡыҙҙың әсәһенең, Үзбәкстан гражданының, документтар менән проблемалары бар. Әгәр берәйһенә әйтһәң, бөтәһен дә миграция хеҙмәтенә һөйләйем, тип ҡурҡытҡан үгәй атай Камилджон Турабаев.


Хәҙер өс бала әсәһе сит ил граждандарын ваҡытлыса тотоу үҙәгендә, ә ҡыҙҙар социаль приютта. Уларҙы илдәренә оҙатыуҙары мөмкин, сөнки ҡатынға 2020 йылдың июленә тиклем Рәсәйгә инеү тыйылған булған, ләкин ул законды боҙған.

"Башҡортсотаным" яңылыҡтары
Читайте нас: