Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
18 Октябрь 2019, 11:43

Башҡортостандан өс вахтовик һәләк булған

Башҡортостандан өс вахтовик өйҙәренә ҡайтып килгәндә юл фажиғәһенә осраған.

Башҡортостандан өс вахтовик өйҙәренә ҡайтып килгәндә юл фажиғәһенә осраған.


Бөгөн иртән Екатеринбург-Төмән трассаһында Renault Megan менән DAF фураһы бәрелешкән. Аварияла еңел машина водителенең һәм ике пассажирҙың ғүмере өҙөлгән. Яҡынса фараз буйынса, водитель рулдә йоҡлап киткән һәм ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан.


Билдәле булыуынса, вахтовиктар өйҙәренә, Башҡортостанға, ҡайтып барған.


Ошондай йыш ҡабатланып торған ҡот осҡос фажиғәләрҙең сәбәбен белгестәр төрлө яҡлап аңлата. Шулай ҙа ауыл ерендә эш булмауын улар беренсе планға ҡуя. Бөгөн республикала йәшәүселәрҙең бер өлөшө аҡса артынан сит тарафтарға китергә мәжбүр. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса һуңғы ете йылда ғына Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә эшкә китеүселәр 37 процентҡа артҡан. Әле Төмән өлкәһендә генә Башҡортостандан вахта ысулы 155 меңгә тиклем кеше эшләй.

Читайте нас: