Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
19 Октябрь 2019, 07:38

«Терра Башҡортостан» турниры чемпионы Күгәрсендән

Күгәрсен районының Үрге Сирбай ауылынан Динис Ҡорбанаев, тәжрибәле һәм өлкән дәғүәселәрен уҙып китеп, «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирында чемпион булды.

13 йәшлек уҡыусы Башҡортостандың төп ат сабыштарында чемпион исемен яуланы һәм 150 мең һум аҡса отто


Күгәрсен районының Үрге Сирбай ауылынан Динис Ҡорбанаев, тәжрибәле һәм өлкән дәғүәселәрен уҙып китеп, «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирында чемпион булды.


Еңеүсегә Чемпион кубогы һәм республика башлығынан 150 меңлек аҡсалата бүләк тапшырылды. Ҡорбанаевтар ғаиләһе аҡсаны яңы аттар өсөн тотонорға, ә Динискә яңы мобиль телефон һатып алырға ниәтләй.


Йәш чемпионда ат сабышына ҡарата һөйөүҙе атаһы тәрбиәләгән. Ул - йылҡысы, бер йәшенән үк улын үҙе менән бергә һыбай йөрөткән. Динистең әсәһе һөйләүенсә, улы аттарҙан тыш (хужалыҡта улар 20-нән ашыу), эт-бесәйҙәрҙе лә ярата. Эйәһеҙ хайуандарҙы өйөнә алып ҡайта һәм ата-әсәһен уларҙы үҙҙәрендә ҡалдырыуҙы һорай. Шуға күрә хәҙер Ҡорбанаевтар йортонда бер нисә эт һәм бесәй йәшәй.


Мәктәпте тамамлағас, Динис ветеринарға уҡырға һәм ярыштарҙа ҡатнашыуын дауам итергә йыйына.


Сығанаҡ: Башинформ
Читайте нас: