Берәҙәк эттәр проблемаһы һәр ваҡыт көнүҙәк мәсьәләлрҙең береһе булып ҡаласаҡ. Инде уларҙың кешеләргә, балаларға ташланыуҙары тураһында күп ишетергә тура килә. Бүреләрҙе йыртҡыс хайуан тибеҙ, ә бына Ишембай районының Яңы Әптек ауылында уҫал эттәр ҙә бүреләрҙән бер ҙә ҡалышмай икән. Ауылда үҙҙәрен хужа итеп тоя, башлаған хатта. Улар көпә-көндөҙ ауыл уртаһында малды йыға, йорт хайуандарына тейә.
Ишембай районының Яңы Әптек ауылында уҫал эттәр үҙҙәрен хужа итеп тоя, ахыры. Улар көпә-көндөҙ ауыл уртаһында малды йыға, йорт хайуандарына тейә икән.
Әле ауыл халҡы уларҙың сираттағы ҡорбаны – һарыҡ кәүҙәһе янында өйөрөлгәнен видеоға төшөрөп интернетҡа һалған. Был аҙнала икенсе һарыҡ үлтерелгән, тиелә унда.
Ошо алты-ете эт бар ауыл халҡын ҡурҡытып тота, тиҙәр. Уларҙың ҡырағаймы, әллә кешеләрҙекеме икәне билдәле түгел. Моғайын, хужаһыҙҙарҙыр.
Ҡатын-ҡыҙ эттәрҙең балаға йәки кешегә тейеүенән ҡурҡа. Тиҙ арала сара күрергә кәрәк, ти улар. Ысынлап, уҫал эттәрҙең кешегә тейгәнен көткәнсе, проблеманы хәл итергә кәрәктер. Һуң булып ҡуймаҫ элек...