Ҡайҙа йығылырымды белһәм, шунда һалам түшәр инем, тигән әйтем бар. Әммә бәлә аяҡ аҫтында шул. Йәйгеһен Учалының бер предприятиеһында ла бәхеетһеҙ осраҡ теркәлде, таш ярыу цехында гранит ташын бысҡан ваҡытта, уның бер өлөшө 43 йәшлек хеҙмәткәрҙең өҫтөнә төшә. Күкрәк ситлеге йәрәхәтләнгән ир ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла.
Республика дәүләт хеҙмәт инспекцияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, предприятие етәксеһе тарафынан хеҙмәткәрҙәргә хеҙмәт һаҡлау буйынса әҙерлек тейешле кимәлдә ойошторолмаған, инструкцияла таш блоктарҙы хәүефһеҙ бысыу ысулдары күрһәтелмәгән. Бәхетһеҙлек осрағы буйынса тикшереү эштәре дауам итә.