Бөгөн таңғы сәғәт биштә республиканың "Өфө – Инйәр – Белорет" трассаһында юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән.
Ҡырмыҫҡалы районында 25 йәшлек егетте тапатҡандар. Алған йәрәхәттәрҙән ул урында йән биргән.
"Әле тапатҡан водителде эҙләйбеҙ. Ул ваҡиға урынынан ҡасҡан. Әгәр был аварияның шаһиттары булһа, полицияға хәбәр итеүегеҙ һорала", – тинеләр республиканың ЮХХДИ-һында.
Бәлки, шунда уҡ туҡтап ярҙам итһә, егет иҫән дә ҡалыр ине. Ә былай ҡасҡас, үҙенең хәлен тағы ла киҫкенләштерҙе был водитель...
19 октябрҙә республика юлдарында 12 авария теркәлгән, уларҙа бер кеше үлгән һәм 20 кеше йәрәхәтләнгән.