Яйыҡ
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
22 Октябрь 2019, 18:28

капкейктар

Кекстар, йәғни заманса капкейктар

Кекстар (капкейки)

Ҡамыр өсөн кәрәк буласаҡ он-85 грамм, разрыхлитель – 2,5 грамм, сәй содаһы – 1,5 грамм, шәкәр – 75 грамм, йомортҡа – 1 штук, ванилле шәкәр ҡомо – 0,5 сәй ҡалағы, һөт – 37 мл, көнбағыш майы – 30 мл, ярты аш ҡалағы ҡайнар һыу.

Башта йомортҡа менән шәкәрҙе миксер менән күперткәнсе туҡыйбыҙ. Масса аҡ төҫкә кергәс, һөт менән көнбағыш майын һалып туҡыйбыҙ. Айырым һауытҡа он, онға сәй содаһын, разрыхлитель, ванилле шәкәр ҡомон һалып яҡшылап болғатабыҙ һәм йомортҡалы массаға ондо һалып әкрен генә болғатабыҙ, төйөрҙәре ҡалырға тейеш түгел. Ошо массаға ҡайнар һыуҙы һалып болғатабыҙ ҙа формаларға һалып, йылы духовкаға тығабыҙ. 180 градуста 15- 20 минут бешерәбеҙ.

Крем өсөн, 33% сливкины алып 75 % эремсекле сыр (творожно-сливочный сыр, хохланд, креметто һымаҡтар), 65 грамм шәкәр оно менән ҡушып миксер менән ҡуйы масса хасил булғансы болғатабыҙ. Кекстарҙың өҫтөнә үҙегеҙгә оҡшағанса һылайһығыҙ.
Читайте нас: