Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
24 Октябрь 2019, 19:16

Беҙ - татыу!!!

Тиҙҙән илебеҙ өсөн мөһим байрам - Халыҡтар берҙәмлеге көнө - яҡынлаша. Шул уңайҙан ҡала-районыбыҙҙа бихисап байрам саралары уҙғарыласаҡ.Мәҫәлән, бөгөн ҡала-районыбыҙҙың барлыҡ мәктәптәрендә лә тематик дәрестәр уҙғарылды. 1-се Башҡорт лицейының 5-се Г класы уҡыусылары менән аралашабыҙ.

Тиҙҙән илебеҙ өсөн мөһим байрам - Халыҡтар берҙәмлеге көнө - яҡынлаша. Шул уңайҙан ҡала-районыбыҙҙа бихисап байрам саралары уҙғарыласаҡ.

Мәҫәлән, бөгөн ҡала-районыбыҙҙың барлыҡ мәктәптәрендә лә тематик дәрестәр уҙғарылды. 1-се Башҡорт лицейының 5-се Г класы уҡыусылары менән аралашабыҙ.

- Беҙҙә бөгөн тематик класс сәғәте уҙҙы. Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналды ул. Тәүҙә класс етәксебеҙ Таңһылыу Венер ҡыҙы Рәсәйҙә ниндәй халыҡтар йәшәүе, милләт-ара татыулыҡ тураһында бәйән итте. Һуңынан фильм күрһәттеләр. Бик ҡыҙыҡ булды. Баҡһаң, Рәсәйҙә булған бөтә һуғыштарҙы бергә ҡушһаң, барлығы 329 йыл тәшкил итәсәк икән. Ниндәй еңеүҙәребеҙ бар, ҡыйыу генералдар, асыш яһаусылар (Алыҫ Көнсығыш, Аляска һ.б. тарафтарҙы) тураһында белеп ҡалдыҡ. Берҙәмлек, тыныслыҡ, дуҫлыҡ, именлек тураһында фекер алыштыҡ. Дәрес шул тиклем оҡшаны, тәьҫирләнеп таралыштыҡ, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Айзилә Латипова.

Читайте нас: