Республика муниципалитеттары яңы коммуналь техника алды. Ҡаланың "Төҙөкләндереү" предприятиеһы автопаркын «КамАЗ» машинаһы тулыландырҙы. Техника бихисап коммуналь проблемаларҙы хәл итергә булышлыҡ итәсәк. Уны биләмәләрҙе йыйыштырыуға, юлдарҙы төҙөкләндереүгә йәлеп итәсәктәр.