Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
25 Октябрь 2019, 11:48

Намыҫлы хеҙмәттә уҙған ғүмер

Тыуған еребеҙҙең үҫеше өсөн ғүмере буйына тырышып хеҙмәт иткән ауыл эшсәндәре ҙур хөрмәткә лайыҡ. Рысай ауылында йәшәүсе Нарис Ғәзизов та шундай уңғандарҙың береһе. Ғәзизовтарҙың нәҫелен «трактор» ене ҡағылған, тип әйтергә була.

Тыуған еребеҙҙең үҫеше өсөн ғүмере буйына тырышып хеҙмәт иткән ауыл эшсәндәре ҙур хөрмәткә лайыҡ. Рысай ауылында йәшәүсе Нарис Ғәзизов та шундай уңғандарҙың береһе. Ғәзизовтарҙың нәҫелен «трактор» ене ҡағылған, тип әйтергә була. Ауылда ул саҡта тракторсы һөнәре бик почетлы булыуын йәш үҫмер күреп үҫә. Олатаһы данлыҡлы механизатор була, уны хатта һуғышҡа ебәрмәй, бронь менән алып ҡалалар икән. Атаһы Нарат Абдулла улы ла колхозда механизатор булып эшләй, ул ваҡытта Илсе менән Рысай ауылының «Башҡортостан» хужалығына берләшкән мәле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атаһы 51 йәшендә генә ауырып баҡыйлыҡҡа күсә. Бик ҡыҙғаныс.

- Тракторы менән ағыу һиптерә торғайны. Респираторһыҙ эшләйҙәр, ошо арҡала һаулығы зыян күрә. Ашҡаҙан яман шеше таптылар, - тип хәтерләй яҡынын. Әйткәндәй, атаһы йөрөткән трактор әле лә «иҫән», 40 «йәшлек» тимер ат бөгөнгө көндә Нарис ағайға хеҙмәт итә. Нарис ағай бәләкәйҙән атаһына эйәреп эшкә йөрөргә ярата. Яҡыны улын алты йәштән тракторға ултырта. Хәҙер генә ул, хәүефле, тип балаларҙы техникаға яҡын ебәрмәйҙәр. Ә ул заманда танауына еҫ кергән һәр малай-шалай руль тота белгән.

- Элек шулай ине бит, өлкәндәр бесән мәле, йә башҡа ваҡыт булһынмы, ултырталар ҙа ебәрәләр. Йөрөй беләңме, юҡмы, уныһын уйлап та бирмәйҙәр. Ә минең һымаҡ малайҙарға ҡыҙыҡ, ғорулыҡ, тип әйтәйемме, ҙур техниканы йүгәнләп йөрөүе. Аяғым педалгә етмәй, рулгә тотоноп баҫып бара торғайным, - тип көлөп хәтерләй балалыҡ йылдарын ир уҙаманы.

Ауылдарында туғыҙ класты, ун - ун берҙе Илсе мәктәбендә тамамлай. Артабан һөнәрселек училищеһына юллана, механизаторлыҡҡа уҡый. Шунан бирле тимер аттан төшкәне лә юҡ. Хеҙмәт юлын тыуған ауылында «Рысай» колхозында башлай.

Уға «Беларусь» тракторын ышанып тапшыралар. Коллектив менән план артынан ҡыуып, гөрләтеп эшләгән саҡтарҙы хәҙер һағынып иҫкә алырға ғына ҡалды, ти ул. Яҙлы-көҙлө баҫыуҙан ҡайтмай. Төрлө тарафтарҙан иҫкән замана елдәре ауыл кешеһенең совет осоронда яйланған тормошон ҡырҡа үҙгәртте, әлбиттә. Күмәк хужалыҡтар тарҡалды, эш юҡ, ошо арҡала бәғзеләр тик ятыуға һалышты, кемдәрҙер йәшәү шарттары еңелерәк булған ҡалаларға тартылды, ҡайһы берҙәр «бәхет эҙләп» алыҫ Себер тарафтарына юлланды. Һирәктәр генә ата-бабаларҙан ҡалған һөнәргә тоғролоҡ һаҡлап тыуған ерҙәрендә тамырланып ҡалдылар. Нарис Нарат улы ла ауылда ҡалыуҙы хуп күрә. Ауылдашы Раят Сабиров етәкләгән «Аҡ шишмә» крәҫтиән-фермер хужалығына тракторсы булып урынлаша. Тырыш кеше ҡайҙа ла ең һыҙғанып эшләй. Нарис ағай ҙа эшенә зарланмай, элек хужалыҡ иген культуралары сәсеү менән шөғөлләнһә, хәҙер делянканан ағас сығаралар. Йылҡы, һыйыр малына күпләп бесән әҙерләйҙәр.

- Бесән мул булды, әммә һауа шарттары эшләргә форсат бирмәне, оҙаҡҡа һуҙылды. Ошо арала ғына рулондарға урап, ташып алдыҡ, - ти ул.

Ауыл хужалығын үҫтереүҙәге тырыш хеҙмәте юғары баһаланып, ошо көндәрҙә Нарис Нарат улы БР Хөрмәт грамотаһы менән бүләкләнде. Ошонда тыуған, ошонда үҫкән, ошо ерҙә бәхетен тапҡан, тип әйтергә була уның кеүектәр хаҡында.


Читайте нас: