Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
26 Октябрь 2019, 10:57

Ғәҙеллек талап итеүҙән туҡтамай

Өфөнән 82 Фәтхулла Исхаҡов үҙенән “кеше үлтереүсе” тигән мөһөрҙө юйыуҙарын талап итә, әммә әлегә уңышһыҙ. Ахырҙа ул был юлы ошондай яҙыулы плакат тотоп үҙенә иғтибар йәлеп итергә тырышҡан.

25 октябрҙә Башҡортостан прокуратураһы эргәһендә Өфөнән 82 йәшлек Фәтхулла Исхаҡов ошондай яҙыулы плакат тотоп үҙенә иғтибар йәлеп итергә тырышҡан.
Был ҡылығы менән ул үҙенән “кеше үлтереүсе” тигән мөһөрҙө юйыуҙарын даулай.
Ул икенсе берәү ҡылған енәйәт өсөн 13 йыл ғүмерен төрмәлә үткәргән – был турала яҙып сыҡҡайныҡ инде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Фәтхулла Исхаҡов өс ауылдашын үлтереүҙә ғәйепләнеп, оҙайлы ваҡытҡа төрмәгә ултыртыла. Аҙаҡ һуңлап булһа ла тәүге судта бөтә ғәйепте уға япһарған шаһиттар үҙҙәренең ялған һөйләүен таный, ысын кеше үлтереүсе лә табыла, тик Исхаҡовтың эше яңынан ҡаралмай, исеме аҡланмай.
Суд юлын күп тапай пенсионер, тик әлегә тиклем ғәҙеллекте яулауға өлгәшмәй. Бөгөнгө ҡылығы менән Фәтхулла Исхаҡов хоҡуҡ һаҡсыларының, йәмәғәтселектең иғтибарын үҙенә йәлеп итергә тырыша. Шуға тиклем прокуратура бинаһы алдында аслыҡ иғлан итәсәкмен, ти ул.
Тәьҫирһеҙ ҡалмаған пенсионерҙың был сығышы: уны яҡлаусылар “Тәфтиш комитеты Исхаҡовтың эшен яңынан ҡарарға кәрәк тигән фекергә килде” тип оло кешене лә, уның өсөн борсолғандарҙы ла тынысландырҙы.
Башҡортостан гәзите
Читайте нас: