Урманда йөрөгәндә ниндәй генә сәйер табыштарға юлыҡмайһың, мәҫәлән, Учалы районының Миндәк ауылынан йыраҡ түгел урманда, ағастар араһында кеше ҡалдыҡтары табыла. Билдәһеҙ ирҙең мәйете бында берәй ике йыл самаһы яталыр, тигән фараз бар. Мәйеттең эргәһендә документтар ҙа башҡа әйберҙәр ҙә булмай. Полиция хеҙмәткәрҙәре үлгән кешенең һөйәктәрен һәм әйберҙәрен экспертизаға ебәрәсәк. Әлеге ваҡытта уның кем булыуы асыҡлана һәм яҡындарын эҙләйҙәр. Шулай уҡ полицияға ир үҙ үлеме менән үлгәнме, әллә үлтергәндәрме, шуны ла асыҡларға кәрәк буласаҡ.