Яйыҡ
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
26 Октябрь 2019, 11:23

Тағы ла шул араҡы ҡасафаты

Республиканың баш дәүләт инспекторы Динар Ғилметдинов учалыла эсеп руль артына ултырыусы "геройҙар" күп, тип билдәләне. Республика буйынса баймаҡтар менән учалылар лидерлыҡта килә икән, ояты ни тора.

Ошо көндәрҙә Дүртөйлө – Һыуыҡкүл автомобиль юлында юл- транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Хәбәр алыныу менән медиктар, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре машиналар бәрелешкән урынға йүнәлде.


Асыҡланыуынса, ике еңел автомобиль – “Шевроле Круз” һәм “ВАЗ-2115” машиналары бәрелешкән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, авария һөҙөмтәһе аяныслы: биш кеше, шул иҫәптән 12 йәшлек бала, төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. ВАЗ автомобиле водителе фажиғә урынында, тағы бер пассажимрв дауаханала һәләк була. Фажиғәнең сәбәбе асыҡлана, Республиканың дәүләт инспекторы Динар Ғилметдинов Учалыға эш сәфәре менән килгәндә, ошо авария тураһында һүҙ булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ВАЗ машинаһындағы кешеләрҙең барыһы ла спиртлы эсемлек эскән булған. Эсеп руль артына ултырыусы "герой"ҙарға ҡарата берәй ҡатыраҡ сара табылмаҫмы икән берәй ваҡыт. Иң йәнде көйҙөргәне, баш инспектор әйтеүенсә, учалыла ла водителдәр эскән килеш рулгә ултырырға ярата икән. Етмәһә, баймаҡтар менән учалылар республика буйынса лидерҙар рәтендә килә, ояты ни тора. Мәҫәлән, ағымдағы йылда учалыла 300 кеше иҫерек килеш тотолған, был бик күп.
Читайте нас: