Яйыҡ
-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
26 Октябрь 2019, 10:42

Йорт төҙөүгә - торлаҡ сертификаты

Учалы районында йәшәүсе ике ғаилә торлаҡ сертификаттары алып ҡыуандылар.

Учалы ла “Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” федераль маҡсатлы программаһы уңышлы эшләй. Уҙған аҙнала ауылда йәшәән һәм эшләгән ике ғаиләгә - Уральск ҡасабаһынан Динисламовтар һәм Яңы Байрамғол ауылынан Фазлетдиновтарға торлаҡ сертификаты тапшырылды. Руслан һәм Айһылыу Динисламовтар өс ул тәрбиәләйҙәр. Айһылыу Уральск мәктәбендә тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫар булып эшләй, тормош ипиәше себерә вахта менән йөрөй. Программаға өс дүрт йыл элек сиратҡа торғандар. Был аҡсаға йорттарын төҙөп бөтөргә уйлайҙар.

Яңы Байрамғолдан Олеся Фазлетдинова тормош иптәше менән ике бала үҫтерәләр, КФХ-лары бар. Әле Иманғол ауылынан ер участкаһы алғандар, сертификат аҡсаһын шунда йорт һалыу өсөн йүнәлтәсәктәр.


Йорт һалыу өсөн тәғәйенләнгән социаль түләүҙәр ауыл ерендә йәшәүсе һәм эшләүсе йәш ғаиләләргә, белгестәргә бирелә. Илдәге демографик хәлде яҡшыртыуҙы күҙ уңында тотоп, уға тәү сиратта күп бала тәрбиәләүселәр хоҡуҡлы.


Быйыл районда 20 ғаилә ошондай сертификатҡа эйә булған, дөйөм сумма 17 миллион һум тәшкил иткән.
Читайте нас: