Яйыҡ
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
26 Октябрь 2019, 11:12

Йығылып төшә яҙған

Өфөлә йәшәүсе ғаилә биш йәшлек сабыйҙарын өйҙә яңғыҙ ҡалдырып ҡайҙалыр юллана, ә бала күп уйлап тормай асыҡ тәҙрәгә менә. Эй, Хоҙайым, һигеҙенсе ҡат бит әле! Был фажиғә нимә менән тамамланыр ине, әгәр....

Хәл былай була. Бөгөн көндөҙ сәғәт икеләр тирәһендә ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратып, СССР-ҙың 50 йыллығы урамындағы йорттарҙың береһендә, һигеҙенсе ҡаттағы фатирҙың асыҡ тәҙрәһендә бәләкәй баланың тороуын әйтәләр.

Урынға шунда уҡ ҡаланың ашығыс хеҙмәттәре юллана. Бәхеткә күрә, ҡотҡарыусылар килеп еткәнсе баланы ҡотҡарған булалар. Сабыйҙың күршеләре битараф булмай сыға, улар ишекте емерә һәм ҡыҙҙы тәҙрә төбөнән ала һала. Күршеләренә ҙур рәхмәт инде.

Читайте нас: