Өфөлә атай һәм уның ике улы юғалған. Малайҙарҙың әсәһе уларҙы эҙләүҙәре тураһында хәбәр иткән
Кисә көндөҙ 37 йәшлек Артем Мазов улдары менән тышҡа йөрөргә сығып киткән һәм кире ҡайтмаған. Вячеславҡа - 5, ә Ильяға 8 йәш. Малайҙарҙың әсәһе полицияға мөрәжәғәт иткән.
Атайҙың билдәләре: 35 йәштәрҙә, буйы 186 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, һоро күҙле. Ҡара куртҡа, күк джинсы, һоро ботинка кейгән.
Ильяның билдәләре: буйы 138 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, һарғылт сәсле, уң яҡта ирене өҫтөндә миңе бар. Зәңгәр шапка, йәшел куртка, көл төҫөндәге джинсы, күк кроссовка кейгән.
Вячеславтың билдәләре: буйы 116 сантиметр, тығыҙ тәнле, һары сәсле, ҡуңыр күҙле. Зәңгәр шапка, ҡараһыу күк куртка, ҡара джинсы, һоро ботинка кейгән.
Әгәр уларҙы күрһәгеҙ йәки ҡайҙа икәндәрен белһәгеҙ, 279-39-02, 237-19-60 йәки 02 телефондарына шылтыратығыҙ. Йәки 8 (347) 279-48-70, 238-02-22 (Өфөләге 1-се полиция бүлеге).
"Башҡортостаным" яңылыҡтары