Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
28 Октябрь 2019, 11:14

Хеҙмәттәштәрен атып үлтерә

Забайкалье крайының Чита районында урынлашҡан хәрби частың ремонт-техник базаһында ҡот осҡос фажиғә теркәлә, хеҙмәт итеүсе һалдат хеҙмәттәштәрен атып үлтерә.

Забайкалье крайының Чита районында урынлашҡан хәрби частың ремонт-техник базаһында ҡот осҡос фажиғә теркәлә, хеҙмәт итеүсе һалдат ҡарауыл алмашынған ваҡытта табель ҡоралынан хеҙмәттәштәренә ут аса.


Фажиғәлә һигеҙ хәрби һәләк була, икәүһе ауыр яралана. Ҡан ҡойош ойошторған енәйәтсе фажиғә урынынан ҡаса, әммә часть һалдаттары тарафынан тиҙ тотола.


“Һәләк булғандарҙың икәүһе офицер, ҡалғандары ябай һалдаттар, араларында контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр ҙә бар. Зыян күреүселәр оператив рәүештә хәрби госпиталгә оҙатылған. Фажиғә урынына Рәсәй Оборона министрлығы комиссияһы ебәрелгән. Тикшереү эштәре бара”, – тип хәбәр итәләр хәрби ведомствонан.

"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас: