Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
28 Октябрь 2019, 11:43

Көндәр һыуыта

Йылы көндәргә алмашҡа һалҡын һауа торошо килә, алдағы көндәрҙә урыны менән -9 градусҡа тиклем һыуытыуы көтөлә

Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡты күҙәтеү идаралығы алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.


Синоптиктар мәғлүмәтенә ярашлы, 28 октябрҙә республикала болотло һауа торошо, ямғыр фаразлана. Ел көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән.


Һауа температураһы көндөҙ – 8-13 градус йылы.


29 октябрҙә Башҡортостанда болотло һауа торошо, бер аҙ ҡар ҡатыш ямғр көтөлә. Төндә һәм иртән юлдарҙа урыны менән боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан, төндә талғын, урыны менән көсәйеүсән, көндөҙ талғын.


Һауа температураһы төндә — минус 1-ҙән плюс 4 градусҡа тиклем, урыны менән 5 градусҡаса һалҡын. Көндөҙ – 2-7 градус йылы.


30 октябрҙә синоптиктар йәнә бер аҙ ямғыр һәм ҡар, боҙлауыҡ, юлдарҙа урыны менән боҙлауыҡ вәғәҙәләй. Ел төндә йүнәлешен үҙгәртеүсән, йомшаҡ, көндөҙ көнсығыштан талғын.


Һауа температураһы төндә — плюс 1-ҙән минус 4 градусҡа тиклем, аяҙытҡанда 9 градусҡаса һалҡын. Көндөҙ – 1-6 градус йылы.

Читайте нас: