Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
29 Октябрь 2019, 11:28

Һаулығыңды уйла

Тиҙ ағыуланыуға килтерә торған биш төр аҙыҡ-түлек

Испан диетологы Мария Мерино La Vanguardia ниндәй аҙыҡ-түлектең йыш ағыуланыуға килтереүен әйтте. Беренсе урында – йомортҡа тора, уларҙы йыуырға ярамай һәм һыуытҡыста һаҡларға кәрәк. Шулай уҡ өҫтәлдә составында йомортҡа булған майонез йәиһә башҡа соус булған аш-һыуҙы өҫтәлдә ҡалдырырға ярамай.

Балыҡ һәм диңгеҙ продукттары ла ағыуланыуға килтерә. Шуға ла уларҙы санитар нормаларға тура килгән тикшерелгән урындарҙа һатып алырға кәрәк.

Тауыҡ итен бешмәгән килеш ашарға ярамай сальмонелл һәм стафилококтар килеп сыҡмаһын өсөн уны яҡшылап бешерергә кәрәк. Шулай уҡ табиб еләк-емеш, йәшелсәләрҙе лә яҡшылап йыуырға кәңәш бирә. Һауытҡа һыу һәм лимон һуты һалып йыуырға кәрәк.
Читайте нас: