Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
29 Октябрь 2019, 12:11

Мини-футбол буйынса ярыш

Уҙған ял көндәрендә ҡала-район предприятиелары, ойошмалар һәм ауыл хакимиәттәре командалары араһында мини-футбол буйынса 18-се Спартакиада иҫәбенә турнир уҙҙы.

Уҙған ял көндәрендә ҡала-район предприятиелары, ойошмалар һәм ауыл хакимиәттәре командалары араһында мини-футбол буйынса 18-се Спартакиада иҫәбенә турнир уҙҙы. Ҡаланан - 10, ауылдарҙан – 8 команда ярышты. Беренсе төркөмдә “Техноплекс заводы” – беренсе урын алды, икенсе урында – Мәғариф бүлеге, “Уралташ” йәмғиәте өсөнсө баҫҡыста. Икенсе төркөмдә беренселекте Учалы район электр селтәрҙәре береһенә лә бирмәне, икенсе урында – Учалы ҡала ултырағы, Учалы район хакимиәте командаһы өсөнсө булды. Ауыл хакимиәттәре араһында Уральск ауыл биләмәһенә етеүселәр булманы, беренселек уларҙа. Туңғатар ауыл хакимиәте – икенсе, Илсе ауыл хакимиәте өсөнсө урында. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ”
Читайте нас: