Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
29 Октябрь 2019, 12:27

Озерный мәктәбе уҡыусылары еңеүсе

Сибай ҡалаһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Таңсулпан Ғарипова призына ойошторолған ижади конкурста Учалы уҡыусылары ҙур уңышҡа өлгәштеләр.

Уҙған аҙнала Сибай ҡалаһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Таңсулпан Ғарипова призына ойошторолған республика күләмендә уҙған ижади конкурста Учалы уҡыусылары ҙур уңышҡа өлгәштеләр. Озерный урта мәктәбенән 8 –се синыф уҡыусыһы Эльвира Хужина һәм 6-сы синыф уҡыусыһы Алһыу Ҡотоева һайлап алыу турҙарын үтеп, призлы урын яулап ҡайттылар. Проза секцияһында Эльвира Хужина I урынды яулаһа, Ҡотоева Алһыу III урынға лайыҡ булды(етәксеһе Ғибаҙуллина Зилә Рим ҡыҙы). Улар Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы дипломдары менән бүләкләнделәр. Таңсулпан Ғарипова Эльвираға үҙенең өс томға тупланған ижадын бүләк итте. Еңеүселәрҙе һәм уларҙы конкурсҡа әҙерләгән остаздарын ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: