Яйыҡ
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
30 Октябрь 2019, 11:05

Атты төкөгән

27 октябрь Белорет-Учалы трассаһында, Илтабан һәм Ҡунаҡбай ауылдары араһында “Мерседес” автомобиле атҡа барып бәрелә.

27 октябрь Белорет-Учалы трассаһында, Илтабан һәм Ҡунаҡбай ауылдары араһында “Мерседес” автомобиле атҡа барып бәрелә. Был көндө яҡташыбыҙ Белорет ҡалаһынан кисләтеп кенә ҡайтып бара. Водитель кинәт ҡараңғыла юлға килеп сыҡҡан ат алдында туҡтап өлгөрмәйенсә, хайуанды төкөй. Ярай ҙа, бәхетенә, водитель зыян күрмәй, ә сит ил машинаһы селпәрәмә килә. Улай ғына, меҫкен ат та шок хәлендә була, күрәһең. Беренсе машинаға һуғылып йығылғандан һуң, кире тороп артабан сабып китергә уйлай, әммә “Мерседес”тың артынан килгән “Тойота Авенсис”ҡа һуғыла һәм шундуҡ йән бирә.

-Машинам ныҡ зыян күрҙе, 300 мең һумлыҡ ремонт кәрәк, - ти яҡташыбыҙ. Ике водитель дә эште судҡа тапшырырға ниәтләй. Әлбиттә, әлеге осраҡта ике яҡ та йәл, аттың хужаһы малһыҙ ҡалды, ә зыян күреүселәргә машиналарын ремонтларға кәрәк.
Читайте нас: