Яйыҡ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
30 Октябрь 2019, 16:45

Бишенсе тәүлек эҙләйҙәр

Ике балаһы менән юғалған ирҙе бишенсе тәүлек эҙләйҙәр, улар һыуға батҡандай юҡ булдылар. Уларҙың иҫән табылыуына өмөттәр һүнә бара. Балаларҙың әсәһе, телевидение аша иренә мөрәжәғәт итеп, балалар менән иҫән-һау ҡайтыуын һораны. Эльмира Мазова белдереүенсә, ире үлтереүгә барып етеүе ихтимал.

Мазовтар ғаиләһенең ғәйеп булыуына бишенсе тәүлек китте. Малайҙарҙы һәм ирҙе тере килеш табыуға өмөттәр көн һайын кәмей. Кисә Артемдың атаһы улының иҫән булмауы ихтимал тип хәбәр иткәйне. Балаларҙың әсәһе, телевидение аша иренә мөрәжәғәт итеп, балалар менән иҫән-һау ҡайтыуын һораны.


Эльмира ошоға тиклем балаларының иҫән ҡайтыуына ышана ине. Ул көндө өлкән улы – һигеҙ йәшлек Илья дзюдоға барырға, ә кесеһе – биш йәшлек Славаның мәктәптә әҙерлек дәрестәре булырға тейеш булған. Тик ваҡыт үтә, яңылыҡтар юҡ, шуға хәҙер әсә ни уйларға ла белмәй.


Эльмира Мазова белдереүенсә, ире үлтереүгә барып етеүе ихтимал.


– Уның бер ни тиклем тайпылыуҙары бар ине, ул үлтерә ала, мин 99 процентҡа быға ышанам. Уның менән айырылышырға теләгәйнем, ул юғалыр алдынан шылтыратты ла, ысынлап та айырылышабыҙмы, тип һораны. Мин, эйе, тип яуап бирҙем. Ул мине үлтерер тип уйлағайным, тик балаларҙың ғүмерен ҡыйыр, тип бер ҙә көтмәгәйнем, – ти Эльмира Мазова.


Артем үҙе менән паспортын да, балаларҙың документтарын да, аҡса ла алмаған. Тимәк, улар ҡасып ятмайҙыр, тигән фекерҙә ҡатын. Артемдың балалар менән йәшенеп ятырлыҡ туғандары ла, дуҫтары ла юҡ. Ире йомоҡ холоҡло булған һәм кеше менән аралашмаған.


– Нисек итеп үҙ балаларын үлтерҙе икән? Улар бит илағандыр, уға ышанып артынан барғандарҙыр. Ул бит бау һатып алған, – тип илай әсә.


Полиция менән ирекмәндәр эҙләүҙе туҡтатмай. Улар машина табылған ерҙе тулыһынса тиерлек ҡарап сыҡҡан. Хәҙер яр буйҙарын ныҡлап эҙләйҙәр, водолаздар һыу төбөн тикшерә.


Артем Мазов был ерлекте яҡшы белгән, сөнки яҡында ғына уларҙың баҡсаһы урынлашҡан. Тимәк, улар аҙашмаған.


– Артем, зинһар өсөн ҡайт. Тере килеш балалар менән бергә ҡайт. Мин ныҡ ҡайғырам. Бәлки, берәйһе уларҙы күргәндер, зинһар, полицияға хәбәр итегеҙ. Артем, ахмаҡлыҡ эшләмә. Ҡайт һәм балаларҙы ҡайтар, – тип илай әсә.


Иҫән генә ҡайтығыҙ инде!
Читайте нас: