Яйыҡ
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
30 Октябрь 2019, 16:53

Тағы кеше юғалған

Өфөлә тағы бер ирҙең юғалыуы тураһында хъәбәр иттеләр. 31 йәшлек Вадим Әсәҙуллин ул көндә ҡыҙын гимнастика күнекмәләренән алырға тейеш була. Ҡатыны әйтеүенсә, дүшәмбенән алып иренән бер хәбәр ҙә юҡ.

Өфөлә тағы бер ирҙең юғалыуы тураһында хъәбәр иттеләр. 31 йәшлек Вадим Әсәҙуллин ул көндә ҡыҙын гимнастика күнекмәләренән алырға тейеш була. Ҡатыны әйтеүенсә, дүшәмбенән алып иренән бер хәбәр ҙә юҡ.


“Лиза Алерт” ирекмәндәре һәм полиция егетте эҙләй. Ул көндә Вадим эшкә барып етмәгән, өйҙә лә күренмәгән. Бөтә дауаханаларға, туғандарға хәбәр ителгән. Әйтеүҙәренсә, уның эскелек менән проблемаһы булмаған. Ғөмүмән, бығаса ундай хәл күҙәтелмәгән.


”Өйҙә ыҙғыш та, бәхәс тә булманы, ҡыҙым атаһын илай-илай таптыра”, – ти ҡатыны.


"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас: