Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
30 Октябрь 2019, 10:59

Ҡыш яҡынлаша

Алдағы көндәрҙә кинәт һалҡынайтыуы һәм ҡар ятыуы көтөлә.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала көндәрҙең һалҡынайыуы һәм ҡар ятыуы тураһында иҫкәртә. Ведомствоның Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡты күҙәтеү идаралығы мәғлүмәттәренә һылтанма менән хәбәр итеүенсә, 29 октябрҙән 1 ноябргә тиклем һауа температураһының төндә -3, +2 градустан -5, -10, аяҙытҡанда -15-кә тиклем, көндөҙ 0, +5-тән 0,-5-кә тиклем яйлап түбәнәйеүе көтөлә.


30 октябрҙә республиканың көньяғында, 31 октябрҙә Башҡортостан биләмәһендә ямғыр, ҡар, урыны менән боҙлауыҡ фаразлана. Ҡар япмаһы ятыуы көтөлә.

Читайте нас: