Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
31 Октябрь 2019, 11:28

40 мең һум етә

Рәсәйлеләр, ҡартайған көнөңдә яҡшы йәшәү өсөн пенсияның уртаса күләме 40 мең һум булырға тейеш, иҫәпләй.

«Superjob” мәғлүмәттәре буйынса, рәсәйлеләргә ҡартлығыңда лайыҡлы тормошта йәшәү өсөн пенсияның уртаса күләме 40 мең һум булырға тейеш икән. Ир-аттарҙың ихтыяжы ҡатындарҙыҡынан бер аҙ күберәк – 42,1 мең һум. Ҡатын-ҡыҙҙарға – 37,5 мең һум да етә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай күләмдәге пенсия хыялда ғына. Әлеге ваҡытта, Рәсәйҙең Пенсия фонды мәғлүмәттәренә ҡарағанда, эшләмәүсе пенсионерҙың ҡартлыҡ буйынса уртаса пенсияһы 15,4 мең һум тәшкил итә.

Һорау алыу быйыл 24 сентябрҙән 2 октябргә тиклем 1,6 мең кеше араһында үткәрелгән.


Читайте нас: