Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
31 Октябрь 2019, 12:58

Капитал аҡсаһына - машина

"Әсәлек капиталы"н хаҡы бер миллион һумға тиклем һәм беҙҙең илдә етештерелгән автомобилде һатып алыу өсөн файҙаланыу тураһында закон проекты ҡарала, тип хәбәр итәләр.

"Әсәлек капиталы"н хаҡы бер миллион һумға тиклем һәм беҙҙең илдә етештерелгән автомобилде һатып алыу өсөн файҙаланыу тураһында закон проекты ҡарала, тип хәбәр итә "Российская газета". Әле капитал аҡсаһын нигеҙҙә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн сарыф итәләр.


Был тәҡдимде "Ғәҙел Рәсәй" партияһы депутаттары индергән. Бала тыуғас, ғаиләнең машинаға ихтыяжы арта, тип иҫәпләй улар. Автомобиль двигателе кәмендә 125 ат көсө, өс урынлыҡ булырға тейеш.


Был закон ҡабул ителһә, ғаиләләргә лә, Рәсәй автопромына ла ярҙам буласаҡ, тигән фекерҙә депутаттар.

"Йәшлек" гәзите



Читайте нас: