Һигеҙ хеҙмәттәшен атҡан Рәмил Шәмсетдинов хаҡында бәхәс тынмай. Әммә егеттең тик-томалға ҡоралға йәбешмәүе мәғлүм. Берәүҙәр часта "бабайлыҡ" һәм егеткә ҡарата көс ҡулланыу булмаған тиһәләр ҙә, төбәктең "Һалдат әсәләре комитеты" Валентина Мордова ошо уҡ частағы офицерҙың егеткә устав уҡырға, иҙәнде ҡырып йыуырға ҡушҡанын белдерә. Бынан һуң өлкән лейтенант уны насар йыйыштырыуҙа ғәйепләп, башы менән унитазға тыға башлай. Егеттең ҡаршылашыуы офицерға оҡшамай һәм башҡаларға уны "тәрбиәләргә" ҡуша.
"Һуңынан (ҡарауыл алмашынғанда) егет, түҙемлеген юғалтып, үҙен мыҫҡыл иткәндәргә ата башлай. Командирҙар иһә уставҡа тап килмәгән тәртипһеҙлектәр булыуы менән килешкән", – тип билдәләй Мордова. Башҡа һалдаттар ҙа часта рядовойҙы мәсхәрә итеүҙәрен таныған.
Әйткәндәй, егет ҡылғанына үкенмәүен белдергән. Дуҫтары Рәмилдең атаһына 220 мең һум аҡса, Интернет-петиция уны азат итеүҙәрен талап итеп 12 меңдән ашыу имза йыйған.