Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
1 Ноябрь 2019, 13:14

15 градусҡа тиклем һыуытасаҡ

Ҡарһыҙ, йылы көндәргә өйрәнеп киттек, әйтәгүр. Кинәт ҡар яуғайны, бер ҙә өйрәнеп китеп булмай. Етмәһә, алдағы көндәрҙә һауа торошо кинәт түбәнәйәсәк, тип фаразлайҙар.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 1 ноябрҙә болотло һауа торошо, бер аҙ ҡар, юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын.


Һауа температураһы көндөҙ — минус 1-6 градус.


2 ноябрҙә синоптиктар урыны менән бер аҙ ҡар, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ фаразлай. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын.


Һауа температураһы төндә — 4-9, аяҙытҡанда 15 градусҡаса һалҡын. Көндөҙ — 0-дән минус 5-кә тиклем.


3 ноябрҙә республикала йәнә урыны менән бер аҙ ҡар, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын.


Һауа температураһы ла үҙгәрмәй: төндә — 4-9, аяҙытҡанда 15 градусҡаса һалҡын. Көндөҙ— 0-дән минус 5-кә тиклем.


«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, көҙҙөң һуңғы айында Рәсәй биләмәһендә температура нормаға ярашлы йәки юғарыраҡ, ә яуым-төшөм режимы ғәҙәтигә яҡын була.


Уҙған йылдар мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала ҡар, ғәҙәттә, 7-10 ноябрҙә ята.

Читайте нас: