Яйыҡ
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
1 Ноябрь 2019, 17:55

Дикторлыҡ конкурсы еңеүселәре асыҡланды

Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған "Диктор тауышы" бәйгеһенең еңеүселәре билдәле булды! Гран-при 7-се Миндәк урта мәктәбенең 11 класс уҡыусыһы Дим Баймырҙинда.

Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған "Диктор тауышы" бәйгеһенең еңеүселәре билдәле булды! Гран-при 7-се Миндәк урта мәктәбенең 11 класс уҡыусыһы Дим Баймырҙинда. 1 урынды Мулдаҡай мәктәбенән Сәриә Йәшелбаева һәм Сәфәр мәктәбенән Ислам Искаков бүлеште.

2 урында ҡаланың 10-сы мәктәбенән Алһыу Камалова һәм Абҙаҡ мәктәбенән 3 класс уҡыусыһы Зөлхизә Аманова.

3 урын Уральск урта мәктәбенең Яңы Байрамғол филиалының 6-сы класс уҡыусыһы Ғаяз Мортазинға һәм ҡаланың 3-сө лицейынан 5-се класс уҡыусыһы Назар Ғиниәтуллинға бирелде. Еңеүселәр "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы әҙерләгән ҡиммәтле приздар, дипломдар һәм кубоктар менән бүләкләнделәр. Ҡотлайбыҙ, афариндар!
Читайте нас в