Башҡортостан Хөкүмәтендә айырым категорияға ҡараған граждандарға шәхси торлаҡ йортҡа газ үткәреү өсөн сертификат биреү тәртибе раҫланды.
Республикала даими йәшәүсе Рәсәй граждандарының түбәндәге категорияға ҡараусылары (йорто йә торлаҡта өлөшө булғандар) сертификат алырға хоҡуҡлы:
— Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары;
— Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәттәр инвалидтары;
— инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр;
Сертификат күләме 60 мең һумдан башлана, 100 мең һумға тиклем.
Сертификаттар тураһында ентекләберәк БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының рәсми сайтында белергә мөмкин.