Яйыҡ
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
4 Ноябрь 2019, 10:50

Һаман эҙләйҙәр

Ике улы менән юғалған Артем Мазов тураһында һаман бер хәбәр ҙә юҡ, эҙләүҙәр дауам итә. Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин да быға иғтибар итте һәм Мәскәү криминалистарына эҙләүгә ҡушылырға бойорҙо. Шулай уҡ эҙләүҙәргә "Росгвардия" ҡушылды

Ике улы менән юғалған Артем Мазов тураһында һаман бер хәбәр ҙә юҡ, эҙләүҙәр дауам итә. Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин да быға иғтибар итте һәм Мәскәү криминалистарына эҙләүгә ҡушылырға бойорҙо. Шулай уҡ эҙләүҙәргә "Росгвардия" ҡушылды.


Әле кисә генә балаларының иҫәнлегенә ышанған әсәй бөгөн яҡшы хәбәр ишетәсәгенә өмөтләнмәй. Өлкәне Ильяның дэюдо буйынса күнекмәләре башланырға тейеш, ә бәләкәйе Слава мәктәпкә әҙерлек дәрестәренә бара. Ир үҙе менән паспортын да, балаларының документтарын да алмаған.


Эльмира Мазова: "Иремдең тайпылышы бар, ул был аҙымға бара ала, мин быға 99 процентҡа ышанам. Мин айырылышырға теләнем. Ул сығып китер алдынан шылтыратып: "Һин ысын әйтәһеңме? Беҙ айырылышабыҙмы?" - тип һораны. Мин, ысын, тинем. Ул мине үлтерһә лә, балаларымды юҡ итер тип уйламаным да", - ти.


Ҡатын әйтеүенсә, иренең туғандары ла, дуҫтары ла юҡ, ул -йомоҡ кеше. Ә бына Артемдың бергә эшләгән хеҙмәттәштәре уның бындай ҡурҡыныс аҙымға барырына ышанмай, ирҙе яҡшы, изге күңелле атай тип ҡылыҡһырлай.


Был ваҡиғаның яҡшы хәбәр менән тамамланыуына ышанғы килә.

"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас: