Әле ҙур йылғалар туңмаған, күл һәм быуаларҙағы боҙға ла ышаныс юҡ. Көнө көнә оҡшағанмы, йә һыуыта, йә йылыта. Һыу ятҡылыҡтарында боҙҙоң йоҡа булыуын балалар ҙа, өлкәндәр ҙә аңлап етмәй. Нуриман районында ошоға бәйле ҡот осҡос фажиғә теркәлде: өс бала боҙ аҫтына киткән. буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, хәл көндөҙгө сәғәт дүрттәр тирәһендә Байгилде ауылы янындағы Бәләкәй күлендә була.
Өс, биш һәм ете йәшлек балалар, күрәһең, боҙ ҡарарға тип бара. Тик боҙ емерелеп, улар бата. Аталары һуң күреп ҡала, йүгереп барып еткәндә, балалар һыу аҫтына киткән була. Барыһын да һөйрәп сығара. Балаларға тәүге медицина ярҙамы күрһәтелә. Өс һәм биш йәшлектәрен дауаханаға оҙаталар, ете йәшлеге, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк була.