Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
4 Ноябрь 2019, 18:46

Детективтың үҙ фекере

Детектив агентлығы етәксеһе Александр Шатунов Артем Мазовтың ике балаһы менән ҡайҙалығы тураһында фекерен белдерән. “Иң ябай версия – был кеше балаларын алған да йыраҡта йәшәгән туғандарына йәки дуҫтарына сығып киткән. Бер ни тиклем ваҡытҡа тип махсус киткәндер, ҡатынын аҡылға ултыртыр өсөн. Минеңсә, бер аҙна эсендә улар табыласаҡ йәки үҙҙәре тураһында үҙҙәре белдерәсәк”, – ти шәхси детевтив.

Детектив агентлығы етәксеһе Александр Шатунов Артем Мазовтың ике балаһы менән ҡайҙалығы тураһында фекерен белдерән.




“Иң ябай версия – был кеше балаларын алған да йыраҡта йәшәгән туғандарына йәки дуҫтарына сығып киткән. Бер ни тиклем ваҡытҡа тип махсус киткәндер, ҡатынын аҡылға ултыртыр өсөн. Минеңсә, бер аҙна эсендә улар табыласаҡ йәки үҙҙәре тураһында үҙҙәре белдерәсәк”, – ти шәхси детевтив.




Ә балаларҙың әсәһе Эльмира социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә пост яҙған.




“Балаларҙы һәм иремде әле һаман тапманылар. Кем улар тураһында ниндәй генә булһа ла мәғлүмәт белә икән, яҙығыҙ йәки полицияға шылтыратығыҙ. Оҡшаған кешеләрҙе күрһәгеҙ, фотоға төшөрөгөҙ. Барыһы өсөн дә рәхмәт: репостар өсөн, ирекмән булып йөрөгәндәргә, доға ҡылғандарға. Мин ышанам һәм доға ҡылам, барыһы ла яҡшы булһын”, – тип яҙҙы ул.




Шулай уҡ, Эльмира Мазова фекеренсә, әгәр Артем тере икән, балалар ҙа иҫән. Әгәр ул үҙе менән берәй нәмә эшләһә, был һыуыҡта балаларҙың иҫән ҡалыуы икеле...




Әйткәндәй, кисә Артем Һамар өлкәһендә булыуы ихтимал тигән хәбәр ҙә таралды. Ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә, иҫән булһындар инде.
Читайте нас: