Кисә төндә Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендәге Хәмзә мәсете янды. Үтеп барыусылар был хәлде видеояҙмаға төшөрә.
Мәғлүм булыуынса, был мәсетте билдәле меценат Хәмзә хажи Ғәлләмов үҙ аҡсаһына ун йыл буйы төҙөтә. Иман йорто өфөләрҙең һәм ҡунаҡтарҙың яратҡан урынына әйләнә, йәштәр өсөн мосолмандарса никах та уҡыталар.
Тикшереү эше бара, янғындың сәбәптәре асыҡлана.