Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
5 Ноябрь 2019, 11:52

Тағы бер байрам өҫтәлә

Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тантаналы йыйылышта республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров төбәктә Милли кейем көнө булдырыласағы тураһында белдерҙе.

Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тантаналы йыйылышта республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров төбәктә Милли кейем көнө булдырыласағы тураһында белдерҙе.




Яңы байрамды рәсмиләштереү өсөн бөтә документтар әҙерләнгән. Ул йыл да апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында уҙғарыласаҡ.




Республикабыҙҙа 164 милләт вәкиле йәшәй. Уларҙың һәр береһенең күркәм традициялары, ҡабатланмаҫ мәҙәниәт үҙенсәлектәре бар.




“Халыҡтарҙың милли костюмдары байрамы тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә яңынан әйләнеп ҡайтырға, әхләҡи ҡиммәттәребеҙҙе йәш быуынға таратырға ярҙам итер”, – тине беренсе вице-премьер.Өҫтәүенә был байрамды йылына ике тапҡыр билдәләйәсәкбеҙ.


Читайте нас: