Һигеҙ хеҙмәттәшен атҡан Рәмил Шәмсетдинов бөгөн быны ни өсөн эшләгәнен аңлатты. Был турала “Baza” баҫмаһы хәбәр итә.
Һалдат белдереүенсә, атҡан һигеҙ кешенең икәүһенә ул яңылыш тейгән, улар өсөн егет бик үкенә. Рәмилдең һүҙҙәре буйынса, ул икәүҙең бер ғәйебе лә булмаған. Шул уҡ ваҡытта ҡалған алтауһын үлтереүҙә ул үкенмәй.
Шәмсетдинов һөйләүенсә, хеҙмәт итә башлау менән уның телефонын урлағандар. Ошо сәбәпле егет туғандары менән һөйләшә алмаған. Икенсе берәйһенең телефонына сим-картаһын ҡуя алған осраҡтарҙа ғына ул атаһы менән аралашҡан. Тик армияла нимә булыуы тураһында яҡындарына һөйләмәгән.
“Кемгә әйтәһең инде. Көлкө. Әйтерлек бер кеше лә юҡ. Офицерҙар мине үҙҙәре туҡманы бит. Тәүҙә ҡасырға уйлағайным, тик бөтә ерҙә ябыҡ. Нимә эшләргә ҡала ине?”, – ти Рәмил.
Атыш булған көндө уға “бөгөн һине мәсхәрәләйбеҙ” тип әйткәндәр.
“Шул көндө лейтенант миңә әйтте, ҡарауылдан һуң барыһы ла буласаҡ, үҙең аңлап тораһың нимә икәнен тине. Миңә тиклемге бөтә йәштәрҙе лә мәсхәрәләп бөткәйнеләр, мин беләм. Ә ул кисте минең сират ине, нимә эшләргә лә белмәнем, ни эшләргә ине һуң?”, – тигән һалдат.
Шулай уҡ Рәмил белдереүенсә, ҡулға алынған саҡта уны ныҡ итеп туҡмағандар. “Дөрөҫөн генә әйткәндә, үлермен тип уйлағайным”, – ти һалдат.